Башкортостан
Меню сайта
Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 1916
Главная » 2009 » Март » 23 » Родина
Родина
07:56

БАШКОРТОСТАН, ГАФУРИЙСКИЙ РАЙОН
 
Башҡортостан Республикаһы Көньяҡ Уралда, бер ни тиклем Урал алды һәм Урал аръяғы территорияларында урынлашҡан. Майҙаны 143,6 мең квадрат километр (Рәсәй Федерацияһының дөйөм майҙанының 0,8 процентын) тәшкил итә. Төньяҡта Башҡортостан Пермь һәм Свердловск өлкәләре, көнсығышта – Силәбе, көньяҡ-көнсығышта, көньяҡта һәм көньяҡ-көнбайышта – Ырымбур өлкәһе, көнбайышта – Татарстан Республикаһы, төньяҡ-көнбайышта Удмурт Республикаһы менән сиктәш. Төньяҡтан көньяҡҡа республиканың оҙонлоғо — 550 километр, көнбайыштан көнсығышҡа 430 километрҙан ашыу тәшкил итә.
Башҡортостандың географик урынының мөһим һыҙаты уның ике ҡитға ғына түгел, шулай уҡ ике иҡтисади район (Волга буйы һәм Урал) киҫешкән урында урынлашыуында һәм уларҙы тоташтырып тороуында. Тарихи яҡтан Башҡортостан эргәләге Урал өлкәләре менән тығыҙ бәйләнгән.
Рельефы төрлө. Башҡортостан территорияһын көнбайыш, таулы өлөш һәм Башҡортостандың Урал аръяғына бүлергә мөмкин. Урал алдында яҫы таулыҡтар, ҡалҡыулыҡтар һәм тигеҙлектәр айырылып ята. Таулы Башҡортостанда тәпәш һәм урта тау һырттары менән бер рәттән, ярайһы уҡ киң Көньяҡ Урал яҫы таулығы бар.
Башҡортостан климаты континенталь. Уға һыуыҡ, күп ҡарлы ҡыш һәм йылы (хатта эҫе) йәй хас. Күсеү осорҙары (яҙ, көҙ) ҡыҫҡа. Һауа температураһы уртаса тәүлегенә Цельсий буйынса 0 градустан юғары булған осор апрелдең беренсе яртыһынан башлана һәм октябрҙә — ноябрь башында тамамлана.
Уртаса йыллыҡ һауа температураһы Урал алдында 2,8 градустан Урал сиктәрендә 0,4 градусҡа тиклем үҙгәрә. Ғинуарҙың (йылдың иң һыуыҡ айы) уртаса айлыҡ температураһы – минус 15-17 градус, ә июлдең (иң йылы ай) – плюс 18-20 градус. Температураның абсолют минимумы – минус 50 градус, максимумы – плюс 40 градус.
Дымдың төп сығанағы булып атмосфера яуым-төшөмдәре тора. Атмосфера яуым-төшөмдәре бөтә майҙан буйлап тигеҙ таралмай. Уралдың көнбайыш ипкендәрендә йыллыҡ яуым-төшөм суммаһы 640-700 миллиметрға етә, көнсығыш ипкендәрендә 300-500 миллиметрҙан ашмай. Йыллыҡ яуым-төшөмдөң 60-70 проценты йылдың йылы ваҡытына тура килә. Ҡыш көнө ҡар ҡатламы бейеклеге көнбайышта – 30-50 см, тау итәктәрендә — 60 см була, ә иң бейек урындары 106-126 см-ға етеүе мөмкин.
Йылға селтәре өс йылға системаһына ҡарай: Волга (территорияның 75 проценты), Урал (25 проценты) һәм Обь (бер проценттан кәмерәк). Башҡортостан территорияһында биш үҙаллы йылға бассейны айырыла: Волга йылға системаһында Ағиҙел, Ыҡ һәм Буй; Обь йылға системаһында – Тобол һәм Урал йылғаһы бассейны. Республиканың төп һыу артерияһы – Ағиҙел йылғаһы, уның оҙонлоғо 1430 километр, һыу йыйыу майҙаны – 142 мең квадрат км. Күлдәр һәм һыу һаҡлағыстар майҙаны – 427 мең квадрат километр. Иң ҙур күлдәр – Асылыкүл (23,5 км2 ) һәм Ҡандракүл (35,5 км2), ә һыу һаҡлағыстарҙан иң ҙуры – Нөгөш (25,2 км2), Ҡарман (35,2 км2), Павловка (116 км2). Әйткәндәй, 1961 йылда Ҡариҙел йылғаһында сафҡа индерелгән Павловка һыу һаҡлағысы элекке СССР-ҙа карстланған территорияла төҙөлгән беренсе һыу һаҡлағыс. Хәҙерге ваҡытта Ағиҙел йылғаһында ошондай уҡ Йомағужа һыу һаҡлағысы төҙөлдө.Башҡортостан Республикаһының айырым һаҡланған  тәбиғәт территорияларының дөйөм майҙаны 1045952,22 мең гектар, йәғни республика майҙанының 7,3 процентын тәшкил итә. Билдәле булыуынса, айырым һаҡланған тәбиғәт территориялары ландшафт һәм биологик төрлөлөктө һаҡлауҙың төп усаҡтары булып тора.
Республика территорияһында өс ҡурсаулыҡ ("Башҡортостан”, "Шүлгәнташ”, "Көньяҡ Урал”), "Башҡортостан” милли паркы, өс тәбиғи парк ("Асылыкүл”, "Ҡандракүл”, "Мораҙым мәмерйәһе”), 29 дәүләт тәбиғәт заказнигы, шул иҫәптән 15-е зоологик, 178 тәбиғәт ҡомартҡыһы, дауалау-сәләмәтләндереү урындарын һәм курорттарҙы 7 тау-санитар һаҡлау округы, урындағы әһәмиәттәге "Еҙем” ландшафт тәбиғәт паркы урынлашҡан.
Федераль әһәмиәттәге айырым һаҡланған тәбиғәт территориялары булып торған ҡурсаулыҡтар һәм милли парк "Росприроднадзор”ҙың БР буйынса идаралығы ҡарамағында.
Төбәк әһәмиәтендәге айырым һаҡланған тәбиғәт территориялары булып торған тәбиғи парктар, заказниктар, тәбиғәт ҡомартҡылары, дауалау-сәләмәтләндереү урындары һәм курорттар РФ субъекттарының милке булып тора һәм улар субъекттың дәүләт власы органдары ҡарамағында.
Айырым һаҡланған тәбиғәт территориялары сиктәрендә "Шайтан-Тау” ҡурсаулығы, 8 тәбиғи парк ("Ағиҙел”, "Ирәмәл”, "Ирәндек”, "Ҡырҡты”, "Павловка”, "Йүрүҙән”, "Инйәр”, "Еҙем”), 50 заказник һәм бик күп тәбиғәт ҡомартҡылары булдырыу планлаштырыла.
2006 йылда "БР экологияһы һәм тәбиғи ресурстары (2004-2010 йылдар)” Республика маҡсатлы программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә 1300 мең һумлыҡ саралар үткәрелде.
Башҡортостан Республикаһының һаҡланған тәбиғәт территориялары һәм улар менән бәйле тәбиғи экологик системалар һәм уларҙың биологик төрлөлөгө Башҡортостан Республикаһының да, шулай уҡ Рәсәй Федерацияһының һәм бөтә донъяның баһалап бөткөһөҙ тәбиғи мираҫы, матди ресурстарҙың алыштырғыһыҙ сығанағы һәм тирә-яҡ мөхиттең именлеген һаҡлау өсөн кәрәкле шарттар булып тора.
Һаҡланған тәбиғәт территориялары республикала экологик хәүефһеҙлекте тәьмин итеүҙә ҙур роль уйнай.
Просмотров: 3271 | Добавил: salawat | Рейтинг: 5.0/9
Всего комментариев: 10
9 minsinner  
0
был 13 июня там, залезал на гору по скалам =)

8 salawat  
0
Сегодня я опять здесь гулял. Лепота...

7 Yelvira  
0
Красиво то кааак!! Я здесь была!

6 razif_valitov  
0
ё скока просмотров!

5 aidarmalai  
0
Мост висящий, я там проходил))))

3 salajnur  
0
как деревня называется

4 salawat  
0
Имендяшево

2 ТимурСафин  
0
Это моя РОДИНА!!!

1 tagir13  
0
Я здесь бывал!!!

10 альфия1971  
0
привет . как я тебе завидую. красивые места

Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]
Календарь новостей
«  Март 2009  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
      1
2345678
9101112131415
16171819202122
23242526272829
3031
Поиск
Друзья сайта
Заработай сейчас!!!

    Союз образовательных сайтов

    Программы

    Участник Премии Рунета 2009
Статистика
Copyright MyCorp © 2024