Башкортостан
Меню сайта
Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 1916
Главная » 2009 » Август » 23 » Башкортостан (краткая информация)
Башкортостан (краткая информация)
23:47
    Башҡортостан – төп халҡы – башҡорт исеме менән аталған, Урал тауҙарының көньяҡ өлөшөндә урынлашҡан ил. Башҡорт ҡәбиләләре тураһында тәүге тапҡыр Геродот (беҙҙең эраға тиклем V быуат) әҫәрҙәрендә телгә алына. Саллам-Тарджеман (IX быуат) һәм Ибн-Ф аҙлан (Х) әҫәрҙәрендә мөһим мәғлүмәттәр бар; әл-Бәлхи (Х быуат) башҡорттар тураһында ике төркөмгә бүленгән халыҡ тип яҙа, уларҙың береһе – Көньяҡ Уралда, икенсеһе Дунай эргәһендә, Византия сигендә йәшәгән.
    Башҡорттарҙа дәүләтселектең барлыҡҡа килеүе IХ-ХIII быуат башына тура килә. Х быуаттан башҡорттар араһында Ислам тарала, ХIV быуатта ул төп дингә әйләнә. 1219-1220 йылдарҙа Башҡортостан ерҙәре Сыңғыҙхан империяһы составына инә.
    ХVI быуаттың икенсе яртыһынан ХIХ быуат башына тиклем башҡорттар көньяҡ-көнбайышта Волганың һул ярынан көнсығышта Тубыл йылғаһы үренә тиклем, төньяҡта, Волганың һул яр буйын индереп, Сылва йылғаһынан көньяҡта Яйыҡ йылғаһының урта ағымына тиклем йәйрәп ятҡан ғәйәт ҙур территорияны биләгән.
     ХVI быуат уртаһында башҡорттар үҙ ирке менән Рәсәй дәүләтенә ҡушыла. Быға тиклем улар Нуғай урҙаһы, Ҡазан һәм Себер, өлөшләтә Әстрхан ханлыҡтары составында була. Крайҙың Рәсәй составына ҡушылыу процесы бер нисә тиҫтә йылға һуҙыла һәм хәҙерге Башҡортостан территорияһынан күпкә ҙурыраҡ өлкәгә ҡағыла. Иван Грозныйҙың башҡорт ҡәбиләләренә биргән жалованный грамоталары батша хөкүмәте менән килешеү мөнәсәбәттәренең нигеҙе була. Был документтар үҙҙәре әлегә табылмауға ҡарамаҫтан, ихтимал, һаҡланмағандыр инде, улар башҡорттарҙың шәжәрәләрендә телгә алына, оҙаҡ йылдар буйына ике яҡ та уға таяна.
      Был килешеүҙәр артабан милли-территориаль мәсьәләләрҙе хәл иткәндә төҙөлгән башҡа договорҙарға нигеҙ булып тора. Һүҙ бында башҡорт мәркәз шураһы тарафынан 1917 йылдың ноябрендә Башҡортостан автономияһын иғлан итеү тураһында бара. Ырымбур, Өфө, Һамар һәм Пермь губерналарындағы башҡорттар территорияһын Рәсәй республикаһының автономиялы өлөшө тип иғлан иткән был ҡарар 1917 йылдың ноябрендә Өсөнсө Бөтөн башҡорттар ҡоролтайы тарафынан раҫлана. Шулай уҡ договор башланғысында – Үҙәк Совет власы менән Башҡорт Хөкүмәте араһында Башҡорт Совет Автономияһы тураһында Килешеү нигеҙендә — 1919 йылдың мартында Рәсәйҙә беренсе милли автономия – Башҡорт Автономиялы Совет Республикаһы төҙөлә. Республика Бәләкәй Башҡортостан тип аталып, хәҙерге территорияның көньяҡ, көньяҡ-көнсығыш өлөштәрен үҙ эсенә индерә. 1922 йылда Өфө, Бөрө, Бәләбәй өйәҙҙәре, шулай уҡ бөтөрөлгән Өфө губернаһы Златоуст өйәҙенең башлыса башҡорт улустары уның составына инә.
 
    Башкортостан (Башkортостан) — страна на Южном Урале и в Приуралье,названная по имени коренного народа — башкир (башkорт).  Русское (славянское) наименование страны — Башкирия — утвердилось в  конце XVI века. Первоначально употреблялось в форме «Башкирь»,  "Башкирда", "Башкирская орда". Первые письменные упоминания  о башкирских племенах встречаются в сочинениях Геродота  (V в. до н.э.). Ценные сведения содержатся в сочинениях Саллама Тарджемана (IX в.) и Ибн-Фадлана (X в.);  ал-Балхи (X в.) писал о башкирах как о народе, разделенном  на две группы, одна из которых обитала на Южном Урале, другая — около Дуная, близ границ Византии. Его современник Ибн-Русте  отмечал, что башкиры — «народ самостоятельный, занимающий  территории по обеим сторонам Уральского хребта между  Волгой, Камой, Тоболом и верхним течением Яика».
    Государственность башкир восходит к IX — началу XIII веков —  к этому времени относится образование союза башкирских племен.  С X века среди башкир распространяется ислам, ставший в XIV веке  господствующей религией. В 1219-1220 годах земли Башкортостана  вошли в состав империи Чингисхана.
   Во второй половине XVI и до начала XIX века башкиры  занимали территорию от левого берега Волги на юго-западе до  верховьев Тобола на востоке, от реки Сылвы на севере, включая  все левобережье Волги, до среднего течения Яика на юге, т.е.  жили на Среднем и Южном Урале, в Приуралье, включая Приволжье и Зауралье.
   В середине XVI века башкиры добровольно вошли в состав Российского государства. К этому времени они жили в составе Ногайской орды, Казанского и Сибирского, частично, Астраханского  ханств. Процесс вхождения края в состав России не был  одномоментным, он охватил несколько десятилетий и затронул ареал, намного превосходящий территорию нынешнего  Башкортостана. Жалованные грамоты Ивана Грозного  башкирским племенам стали основой их договорных отношений  с царским правительством. Несмотря на то, что сами первичные  документы пока не найдены и, возможно, не сохранились, они  упоминаются в шежере (родословных) башкир, на них в течение  длительного времени ссылались обе стороны.
Просмотров: 13377 | Добавил: salawat | Рейтинг: 5.0/1
Всего комментариев: 0
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]
Календарь новостей
«  Август 2009  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
     12
3456789
10111213141516
17181920212223
24252627282930
31
Поиск
Друзья сайта
Заработай сейчас!!!

    Союз образовательных сайтов

    Программы

    Участник Премии Рунета 2009
Статистика
Copyright MyCorp © 2024